Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 17:35

Өфөлә йәшәүселәрҙе епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәртәләр

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡала халҡын һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Өфөлә йәшәүселәрҙе епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәртәләр
Өфөлә йәшәүселәрҙе епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәртәләр

Атап әйткәндә, 13 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 14 ноябргә киске 8-гә тиклем болотло һауа торошо көтөлә, төндә ямғыр һәм епшек ҡар яуа, көндөҙ - бер аҙ епшек ҡар.

Юлдарҙа урыны менән ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 17 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0 градус тирәһе тәшкил итәсәк.

Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә. Йәйәүлеләргә ағастар, электр бағаналарынан, реклама таҡталары, конструкциялар янынан ситтәрәк йөрөргә кәңәш ителә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: