Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 12:55

Өфөлә 114 мең һум түләгән эш урындары ла бар

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн баш ҡалабыҙҙа  19 376 вакантлы эш урыны бар.

Өфөлә  114  мең һум түләгән эш урындары ла бар
Өфөлә 114 мең һум түләгән эш урындары ла бар

 Мәҫәлән, технолог вакансияһы ихтыяж буйынса беренсе урында тора. Унда эш хаҡы –  40 – 50 мең һум. Икенсе урында – 35-49 мең һумлыҡ эш хаҡы менән ашнаҡсы. Өсөнсөлә – 35-40 мең һумлыҡ эш хаҡы менән әйҙәүсе белгес. Унан һуң һатып алыу буйынса менеджер ассистенты (60 – 114 мең һум), бухгалтер (36-40 мең һум) һәм функциональ диагностика табибы (50-60 мең һум) килә.

Бөгөн «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының 3-сө филиалы (автотранспорт предприятиеһы; 90 буш урын), «УЗРМК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (төҙөлөш металл конструкциялары, изделиелар һәм уларҙың өлөштәре етештереү; 40 вакансия) һәм «СТАФГАРАНТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (кадрҙар агентлығы, 100 урын) ойошмаларында вакансиялар күп тәҡдим ителә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: