Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь , 21:00

Һалдат

Сит ерҙәрҙең ят күк аҫтарында Йырын йырлай башҡорт һалдаты Күҙҙәрендә һағыш, өмөтһөҙлөк Һынған төҫлө осар ҡанаты! Уйлайҙыр ул өйөн, ата – әсәһен Һағыналыр ғәзиз ғаиләһен Югереп түгел – осоп ҡайтыр ине Таба алһа берәй ғилләһен! Әммә ҡаты һуғыш закондары – Нимә ҡылһын һалдат – бахырҙар! Әйтеп булмай ҡаршы һүҙҙәреңде – Стенаға терәп атырҙар Ни эшләйһең, көтәһең шул хәҙер Был яуҙарҙың тиҙерәк бөтөүен Тоя һалдат һәр саҡ муйынында Әсәй биргән доға – бетеүен! Нимә уйлай, нигә өмөт бағлай, Ниндәй уйҙар биләй аңдарын? Ҡайҙа шартлар бомба, снарядтар – Ергә түгеп алһыу ҡандарын? Ауыр һуғыш хәҙер бар яҡлап та Хәүеф көтә һалдат кешене Текелдәйҙәр минут – секундтары Күкрәгеңдә кеүек мишенең! Аңлай һалдат ғүмер ғәзизлеген Ҡайҙа бында уйлау аҡсаһын! Ем итмәйсә осҡан пуляларға Бәләләрҙән Аллам һаҡлаһын! Сынтимҽр Юлуҽв  

Һалдат
Һалдат

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в