Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 14:30

Афарин, Сәбилә!

Әбйәлил районының Күсем ауылында йәшәгән Сәбилә Зәйнуллина кесаҙна иртә менән мессенджер аша яңы фотоһүрәтен ебәрҙе. Оҫта ҡуллы әхирәтемде бронежилетта, беретта күреп, аптырап киттем: "Ыстағәфирулла! Ҡайҙа йыйындың?!" Сәбилә яуапты оҙаҡ көттөрмәне: "Һиңә лә тегеп бирәм дә, әйҙә, икәүләп барып, яу яланынан берәй нимә яҙырһың, исмаһам"...  

Афарин, Сәбилә!
Афарин, Сәбилә!

Дәртләнеп тә киткәйнем, ул көлә-көлә асыҡланы: "Бына бронежилет тегергә өйрәндем. Мобилизацияға эләккән егеттәргә бик кәрәкле әйбер. Ауыл менән аҡса йыйҙыҡ та, тегергә кеше юҡ, тигәстәре, Магнитогорск ҡалаһына барып, бер ҡатындан өйрәнеп, тегә башланым. Егеттәребеҙгә ҡалай ҙа ярҙам итке килә бит".

“Әбйәлил махсус комплекслы хеҙмәтләндереү” унитар предприятиеһының кадрҙар бүлеге белгесе, дүрт бала әсәһе Сәбилә әлегә өс бронежилет тегеп өлгөргән. Өлөшләтә мобилизация башланғас, ул Елань ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән яҡташтарына кейем-һалым, башҡа кәрәк-ярағын йыйып ебәреү эшен дә ойошторған. Шундай изге күңелле, йомарт, шәфҡәтле кеше ул, башҡаса йәшәй ҙә алмай. 

Күсемдәр беҙҙе һәр саҡ хайран итә. Берҙәм, дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй был ауылда. Хатта ауылдан ситкә күсеп киткәндәр ҙә, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, ҙур эштәрҙән ситтә ҡалмай. Афарин, күсемдәр! Афарин, Сәбилә! 

Фото: С.Зәйнуллина.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: