-6 °С
Болотло
Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун бер автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун ике кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Профилактик саралар барышында 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 39 иҫерек водитель тотолған, 12 водитель танытманан мәхрүм ителгән көйөнсә транспорт менән идара иткән, ә 26 водитель танытмаһы булмаған килеш машина йөрөткән. 317 водитель - хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән өсөн, 37 водитель балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Фото: БР ЮХХДИ.