– Беҙҙең заман геройы» премияһында яһаған аҙымы менән тирә-яҡ донъяны изгерәк, сағыуыраҡ иткән кешеләр бүләкләнде. Эйе, улар ирекмән булып эшләй, хәүеф-хәтәр хаҡында уйламайынса, кешенең ғүмерен ҡотҡара, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күрә, үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә ярҙам итә.
Уларҙың көндәлек батырлығы менән, ысынлап та, һоҡланырға мөмкин. Әҙәплелек, ғәҙеллек, тормошҡа һөйөү, ауыр минуттарҙа ярҙамға килергә әҙер булыу - ошо әхлаҡи ҡиммәттәр геройҙарыбыҙҙы берләштерә. Хәҙер Рәсәй яугирҙары махсус хәрби операция барышында был ҡиммәттәрҙе яҡлай. Хәҙерге ҡатмарлы осорҙа уларға булышлыҡ итеү - беҙҙең бурысыбыҙ. Эргәбеҙҙә ҡаһарманлыҡ күрһәтергә һәләтле кешеләр булғанда, улар тынысыраҡ булып китә. Йәмғиәткә һәр ваҡыт өлгө булырлыҡ кешеләр кәрәк. Ысын геройҙарҙың ваҡыты бер ҡасан да тамамланмаясаҡ! – тип яҙа ул.
Фото: Т. АМАНОВ.