Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь , 20:30

«Яугирҙарыбыҙ яҡланһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ»

Республика Башлығы Радий Хәбиров: – Башҡортостандың ике батальонына ла ярҙам күрһәтеүҙе туҡтатмайбыҙ. Шайморатовсылар һәм доставаловсылар  – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт яҡын. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон менән дә шулай уҡ йәнәшә булырбыҙ.

«Яугирҙарыбыҙ яҡланһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ»
«Яугирҙарыбыҙ яҡланһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ»

Республика  кейем-һалым,  кәрәкле техника, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары менән бәйле бөтә нәмәне үҙ өҫтөнә ала. Беҙгә ярҙам иткән Рәсәй гвардияһы етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең өсөнсө ирекмәндәр батальоны тап уның структураһында ойошторола. Егеттәр бик мөһим эш башҡара һәм илгә ныҡ ярҙам итә. Ә беҙ яугирҙарыбыҙ яҡланһын һәм үҙ бурыстарын үтәүгә мөмкин тиклем әҙер булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в