Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2022, 21:00

ТАРИХ ҠАБАТЛАНА

Ҡарт олатай яҙмышын ҡабатлай Хәрби кейем кейгән ейәндәр - Хәрби бурыстарын үтәргә тип Ватанына антын биргәндәр. Ил саҡырғас ир бурысын үтәп Утлы яуға барып керәләр, Ватаныңды ташлап ҡасып булмай, Ил ни күрһә, шуны күрәләр.. Яу ҡырында ҡурҡыу онотола, Уларҙа бер маҡсат, тик бер уй- Һәр һалдатта, яугир, командирҙә Еңеп ҡайтыу тигән рухлы уй! Тағы шул фашизм аждаһалай Бар донъяға сәсә ағыуын, Улар теләй оло Рәсәй халҡы Ҡол хәлендә тороп ҡалыуын. Ҡол итергә күптәр тырыштылар, Бирешмәне Рәсәй – ул көслө! Рәсәйҙәге халыҡ бер туғандай Тамырҙарҙан ала ҙур көстө! Әле лә ул яманлыҡты еңер Ҡол булмаһын өсөн киләсәк, Күп милләтле берҙәм Рәсәй халҡы Яуыз фашизмды еңәсәк! Аждаһаның башы Әмериктә, Еуропала уның ҡойроғо, Аждаһаның баштарын арттыра Йәшел иманһыҙҙың бойороғо. Һуғыш булғас, ҡорбандар ҙа була, Ауа йәп-йәш кенә яугирҙәр, Улар һәр йыл яҙғы сәскә булып, Йәшел үлән булып үҫерҙәр. Ил онотмаҫ батыр уландарын Мәңгелеккә яҙыр исемен, Тик нисек һуң йыуатырға икән Һалдат ғаиләһен, әсәһен.. Һуғыш бер саҡ туҡтар, ә әлегә Килә унан ауыр хәбәрҙәр, Күҙ йәштәре аша был хәлдәрҙе Киләсәк быуынға һөйләрҙәр.. Раббыҡайым, ышаныс тик һиндә, Һуғыш афәттәрен туҡтатсы.. Фашизмде еңеп һәр яугир ҙә Имен-һау өйөнә ҡайтһасы! Һуғыш туҡтап илдәр тынысланһын, Татыу тормош булһын һәр ерҙә, Олатайҙар рухы ярҙам итһен Яуыз фашизмды еңәргә! Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә

ТАРИХ ҠАБАТЛАНА
ТАРИХ ҠАБАТЛАНА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: