Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2022, 12:41

Прополистың һаулыҡҡа файҙаһы ҙур

  Прополис менән һөттөң ҡушылмаһы  иҫ киткес һөҙөмтә бирә: төрлө ауырыуҙы дауалап ҡына ҡалмай,  дөйөм хәлде, йоҡоно яҡшырта, арығанлыҡ , юҡ-барға көйөп барыусанлыҡты бөтөрә.

Прополистың һаулыҡҡа файҙаһы ҙур
Прополистың һаулыҡҡа файҙаһы ҙур

 

 

 * 10 процентлы прополис төнәтмәһен иң яҡшыһы дарыуханала һатып алырға. 25 мл-лыҡ  шешәһе әллә күпмегә етә.  Был дарыуҙы   ун көн буйы 100 мл ҡайнар һөткә 20 тамсы тамыҙып, йоҡлар алдынан эсергә.   Дауаланыу курсын унар көнләп  4 – 6 ай дауам итергә. 

 * Балаларҙы һалҡын тейеүҙән дауалағанда прополис төнәтмәһенең бер нисә тамсыһы ғына ла    ыңғай  һөҙөмтә бирә.  Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 1/3 стакан ҡайнар һөткә бер-ике  тамсы  ла  етә.

 *  Панкреатит, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, бауыр сирҙәрен дауалау өсөн прополисты алдағы схема буйынса алты ай ҡулланырға кәрәк. 

*  Һөт менән прополис ҡандағы холестеринды кәметергә, экземаларҙан һәм башҡа тире  ауырыуҙарынан ҡотолорға, күрем циклын яйға һалырға булышлыҡ итә.  

 * Прополис психикаға ыңғай тәьҫир итә.  Уның төнәтмәһе  борсолоулы уйҙарҙан арындыра, кәйефте күтәрә, үҙеңде яҡшыға көйләргә ярҙам итә. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: