Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2022, 12:45

Иғтибар: эҙләү!

Белорет районында 1980 йылғы Ләлә Хәкимйән ҡыҙы Моратова юғалған. 22 октябрҙә ул билдәһеҙ йүнәлештә өйҙән сығып китә һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Сәрмән ауылында тыуып үҫкән Ләлә Моратова Оло Йылға ауылында йәшәгән.

Билдәләре: ҡарамаҡҡа 45-50 йәштә, буйы 160-165 см, уртаса кәүҙәле.

Аҡ төҫтәге шапкала (помпоны бар), тубыҡҡаса оҙонлоҡтағы күк курткала, күк төҫтәге джинсыла булған

Уның ҡайҙа булыуын белһәгеҙ, ошо номерҙар буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: 02, 8 (34792) 3-33-02, 4-01-86. 

Фото: РФ Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: