Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь , 09:30

Өфөлә бер ир ауылға ҡайтыу өсөн пассажир автобусын урлаған

Кисә иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә полицияға «Lotos» автобусын урлап алып китеүҙәре тураһында хәбәр килә.

Өфөлә бер ир ауылға ҡайтыу өсөн пассажир автобусын урлаған
Өфөлә бер ир ауылға ҡайтыу өсөн пассажир автобусын урлаған

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Интернациональ урамында автобусты күреп, уны туҡтатҡан.

Өфө районынан 53 йәшлек ир руль артында ултырған: ул инспекторҙарға Кушнаренкоға барырға йыйыныуын белдергән. Быға тиклем тәртип боҙоусы Фронт бригадалары урамындағы автобустарҙың туҡталҡаһына ингән һәм транспорттарҙың береһендә асҡыстар булыуын күргән. Ир туҡталҡанан сығып киткән, диспетчерҙар быны күреп ҡалған һәм шунда уҡ полицияға хәбәр иткән.

Әле ваҡиға буйынса полиция тикшереү үткәрә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в