Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2022, 17:30

Был биш аҙыҡты мотлаҡ ашарға кәңәш ителә

Ни өсөнмө? Ғүмерҙе оҙайта, етмәһә, яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙан ҡурсалай.

Был биш аҙыҡты мотлаҡ ашарға кәңәш ителә
Был биш аҙыҡты мотлаҡ ашарға кәңәш ителә

Алма

Алма – бик яҡшы күҙәнәклек һәм С витамины сығанағы. Унда һаулыҡ өсөн файҙалы булған полифенолдар бар. Алманы даими ҡулланыу икенсе типтағы диабеттың таралыу хәүефен кәметә.

Ҡабаҡ

Ниндәй генә витаминдары юҡ! Унан төрлө ризыҡ – аш, запеканканан алып коктейль, салатҡа тиклем әҙерләргә була. Ҡабаҡ бауырға яҡшы йоғонто яһай. Унда А витамины, фосфолипидтар, туйынмаған май кислоталары күп.

Тоҙло кәбеҫтә

Яңы өҙөлгән кәбеҫтәгә ҡарағанда, тоҙлоһо күпкә файҙалыраҡ, ти белгестәр. Бигерәк тә ашҡаҙаны йәки эсәге менән проблемалары булған кешеләр өсөн. Тоҙланған кәбеҫтә үҙендә бөтә туҡлыҡлы компоненттарҙы, витаминдарҙы, минералдарҙы, күҙәнәклекте һаҡлай, тағы ла  организм тарафынан яҡшыраҡ үҙләштерелә.

Бәшмәк

Барлыҡ бәшмәктәрҙә лә витаминдар, минералдар һәм антиоксиданттар бар. Табип һүҙҙәренсә, уларҙа D витамины етерлек кимәлдә. Ул организмға кәйефте күтәрергә һәм стресҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, шулай уҡ һөйәктәрҙең һаулығына ла ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, бәшмәктәр баҡырға бай. Ул үҙәк нервы системаһын да тынысландыра.

Һөт әсеткеһе

Һөт әсеткеһе – һаулығын ҡайғыртыусылар өсөн ҙур табыш. Был универсаль продукт ярҙамында һәр кем йәшәү сифатын еңел генә яҡшырта ала. Һөт кислотаһы бактериялары бөтә организмға ярҙам итә: ашҡаҙан-эсәк юлының торошон нормаға килтерә, вирустарҙы организмдан «ҡыуа», ағзаларҙы таҙартыуға һәм шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итә. Һөт әсеткеһе нервы системаһына ла ыңғай йоғонто яһай. Тәбиғи йогурт йә кефир эскән кешеләр һирәгерәк борсола һәм яҡшыраҡ йоҡлай. Бынан тыш, һөт ризыҡтарын даими ҡулланып, һеҙ һөйәктәрҙе нығытаһығыҙ һәм иммунитетты күтәрәһегеҙ, ти белгестәр.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: