Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2022, 12:05

“Алмалы мөғжизә”

Ҡабарып тора, хуш еҫле, тәмле, онотолмаҫ...

“Алмалы мөғжизә”
“Алмалы мөғжизә”

Өс алманы ҡырғыста ҡырырға.

Уға ике йомортҡа һытып, 100 г шәкәр һалып, дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы ҡойоп, 0,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә лә өҫтәп, яҡшылап болғарға.

Артабан шул массаға 300 мл һөт һалырға, уны ныҡ болғағандан һуң, 200 г он ҡушырға. Шыйыҡ ҡамыр килеп сыға. Уны 30 минутҡа ултыртып тороғоҙ.

Ныҡ ҡабара, тип яҙа бешереп ҡараусылар. Шунан тағы 350 г он, әҙ генә үҫемлек майы өҫтәп, бутағыҙ ҙа, йәнә 20 минутҡа ултыртығыҙ.

Айырым бер һауытҡа 10 г аҡ май, биш ҡалаҡ шәкәр, дүрт ҡалаҡ он һалып, болғағыҙ. Ыуалыусан масса килеп сыға.

Теге ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, 0,5 см ҡалынлығында йәйергә. Хәҙер иғтибар: йәймәне майларға ла өҫтөнә баяғы ыуалыусан массаны һалырға, уның өҫтөнә икенсе йәймәне һалып, тағы майларға, тағы массаны һалырға, өсөнсөһөн дә шулайтырға. Ҡатлы ҡамырҙы һигеҙ өлөшкә (өсмөйөшләп) ҡырҡып, кем шул көйө генә, кем рогалик формаһында, кем “ҡош теле” рәүешендә (һеҙҙең ҡарамаҡҡа) – 180 градус эҫелектә 20 минут бешерергә.

Тәмле булһын! Ә ул мотлаҡ тәмле буласаҡ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: