+20 °С
Болотло
Мәскәүҙең Һаулыҡ һаҡлау департаментында бүлек мөдире булып эшләүсе билдәле проктолог Михаил Данилов Лента.ру журналисының һорауҙарына яуап биргәндә, фастфуд һәм колбасаны артыҡ күп ашауҙан тыйылырға тәҡдим иткән. Сөнки табип әйтеүенсә, улар йыуан эсәк яман шешен барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Айырыуса өлкәндәр ҡыҙыл итте һәм шундай ит продукттарын артыҡ ашамаһын, ти Данилов.
Яман шешкә тағы ла шулар булышлыҡ итә: әҙ хәрәкәтләнеү, һимеҙлек, тәмәке тартыу һәм самаһыҙ алкоголь ҡулланыу.