Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 12:15

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 19 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь
Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Киске сәғәт ундарҙа Бәләбәй районында, Бәләбәй-Приют автомобиль юлының 21-се саҡрымында, 41 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында юлдан осоп төшөп, электр бағанаһына бәрелгән. Бәрелеүҙән машина янып киткән. Йәрәхәтләнгән водитель дауаханаға оҙатылған, ә уның автомобиле янып юҡҡа сыҡҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: