Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 13:48

Йәмәғәтселек тә хуплай

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Рәсәй мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсын индереүгә аңлатма бирҙе. Уның  фекеренсә,  йәмәғәтселек мәктәптәргә кире ҡайтарыу кәрәклеген хуплай, быға ихтыяж бар, заман үҙе талап итә.

Йәмәғәтселек тә хуплай
Йәмәғәтселек тә хуплай

«Мәсьәлә хәл ителде, курстар киләһе уҡыу йылынан алып барыла. Беҙҙең төбәкте лә программаға индереү өсөн ғариза бирҙек. Был, әлбиттә, күп күләмдә финанстар талап итәсәк. Сөнки тирҙарҙы, ҡоралдарҙы кире ҡайтарырға, мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртырға кәрәк», – ти Айбулат Хажин.

Хәрби-әҙерлек курстары 10 – 11 класс уҡыусылары өсөн индереләсәк, тип күҙаллана. Ул  СССР-ҙағы кеүек айырым предмет булараҡ уҡытылмаясаҡ, «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре»нә индерелә. Яңы программаға ярашлы, ике курсты асыу күҙаллана, уларҙың береһе - медицинаға, икенсеһе хәрби әҙерлеккә арналасаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в