Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 15:00

Стәрлетамаҡтан мәктәп уҡыусыһы «Ҙур тәнәфес» конкурсында 1 миллион отҡан

Был ҡыуаныслы яңылыҡты ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Стәрлетамаҡтан мәктәп уҡыусыһы «Ҙур тәнәфес» конкурсында 1 миллион отҡан
Стәрлетамаҡтан мәктәп уҡыусыһы «Ҙур тәнәфес» конкурсында 1 миллион отҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан XI класс уҡыусыһы был сумманы үҙ аллы белем алыуға, репетиторҙарҙа уҡыуға аҡса түләргә, онлайн-курстар һатып алырға ниәтләй. «Ҙур тәнәфес»тә ҡатнашыусыларға 12 йүнәлеш буйынса һайлау мөмкинлеге булған. Карина журналистика өлкәһен һайлаған.

XI класс уҡыусылары араһында бөтә илдән 300 кеше конкурс еңеүсеһе булған, уларға белем алыуға 1-шәр миллион һум һәм юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн ҡаҙаныштар портфолиоһына өҫтәмә балдар бирелгән. IX -X  кластарҙағы 300 уҡыусы белем алыуға һәм үҙеңде үҫтереүгә 200-шәр мең һум аҡса алған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: