– «Өләсәй-вышка» – Ишембайҙың төп иҫтәлекле урындарҙың береһе. Бында 90 йыл элек, 1932 йылдың 16 майында, нефть фонтаны урғылған. Тап шул ваҡытта беҙҙең республиканы «икенсе Баку» тип йөрөтә башлағандар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында табылған нефть беҙҙең фронтҡа ярҙам итә.
Мемориаль комплекс – юбилей объекттарының береһе, быйыл «Башнефть» компанияһы уны төҙөкләндереүҙе тамамланы. Шуныһы мөһим: Ишембайҙы, тәүге башҡорт нефтенең баш ҡалаһын, үҙгәртеү бының менән генә тамамланмай. Губкин урамын капиталь ремонтлау 90 процентҡа тамамланған. Башҡортостан нефтен Беренсе асыусылар майҙанын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Был күләмле проекттың концепцияһы халыҡ фекерен иҫәпкә алып әҙерләнгән. «Башнефть» етәкселегенә беҙҙең проекттарҙы хуплағандары өсөн рәхмәт. Республика именлеген тәьмин иткән һәм әле лә шулай дауам иткән нефть сәнәғәте ветерандарына, хеҙмәтсәндәргә айырым рәхмәт әйтәбеҙ, – ти ул.