Бөгөн бер аҙ ямғыр яуа, көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 1–6 градус йылы.
12 ноябрҙә ямғыр яуасаҡ, төндә көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы, көндөҙ 1–6 градус йылы.
Фото: Т. Аманов