Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь , 12:40

Идара итеү һәләтен юғалтҡан

Тәтешле районында 10 ноябрҙә иртәнге сәғәттәрҙә бер ир менән бәхетһеҙ осраҡ була. Фажиғә тураһында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Идара итеү һәләтен юғалтҡан
Идара итеү һәләтен юғалтҡан

 «Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм «УАЗ» маркалы автомобиле менән ауыл уртаһынан аҡҡан Ялғыҙнарат йылғаһына ҡолаған. Йылғанан автомобилде сығарғанда салонда 1976 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в