Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 13:25

Документтарҙы барып ҡабул итәләр

«Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәрендә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн кәрәкле ғаризаларҙы һәм документтарҙы күсмә ҡабул итеү, шулай уҡ әҙер документты килтереү буйынса сервис эшләй башлаясаҡ.

Документтарҙы барып ҡабул итәләр
Документтарҙы барып ҡабул итәләр

Хеҙмәт Өфө ҡалаһы буйынса күрһәтелә.

 

«Күсмә хеҙмәтләндереү сиктәрендә күп функциялы үҙәк белгесе күрһәтелгән ваҡытҡа тәғәйенләнгән урынға килеп, билдәләнгән регламент буйынса документтар ҡабул итә йәки тапшыра», - тип белдергән Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

 

Барып ҡабул итеү өс хеҙмәт буйынса башҡарыла:

 

 

  1. Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастр иҫәбе йәки күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе .
  2. Юридик шәхестәрҙе, физик шәхестәрҙе шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары сифатында дәүләт теркәүе.
  3. Техник паспорттар, капиталь төҙөлөш объекттарының техник пландарын, инженер инфраструктураларын әҙерләүгә заявкалар ҡабул итеү.

 

Сервистан файҙаланыу мөмкинлеге халыҡ өсөн дә, бизнес өсөн дә бар. Хеҙмәтте рәсмиләштерергә йәки түләүҙең күләмен, шулай уҡ бушлай хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡлы кешеләрҙең исемлеген Күп функциялы үҙәк белгестәрендә, бәйләнеш үҙәгенең 7-347-246-55-33, 7-927-33-33-10 телефондары буйынса, рәсми сайтта алырға мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: