Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 10:24

Быйыл беҙҙә 2,5 мең баш тоҡомло һыйыр малы һатып алғандар

Ошо көндәрҙә Ҡазанда үткән "Рәсәй һөтө" 4-се агросәнәғәт форумында БР вице-премьеры-ауыл хужалығы министры Ишлат Фазрахманов әйтеп үтеүенсә, 2022 йылда төбәк ауыл хужалығы етештереүселәре һөт йүнәлешендә 2,5 мең баштан ашыу тоҡомло тана һатып алған.

Быйыл беҙҙә 2,5 мең баш тоҡомло тана һатып алғандар
Быйыл беҙҙә 2,5 мең баш тоҡомло тана һатып алғандар

 Һуңғы биш йылда беҙҙең аграрийҙар һөтсөлөк буйынса махсуслашҡан 29 мең баштан ашыу тоҡомло һыйыр малына эйә булған. 

Вице-премьер әйтеүенсә, республикала тоҡомло һыйыр малын үрсетеүҙең үҫешенә үҙ мәлендәге дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә (бер башҡа киткән сығымдарҙың 60 мең һумға тиклеме ҡаплана). Субсидия Рәсәй таналарын һатып алыу менән бер рәттә сит илдән килтерелгәненә лә түләнә. Был урындағы шарттарға яраҡлашҡан голштин тоҡомло һыйыр малының үрсеүенә килтерҙе. Төбәктә лә селекция-тоҡомсолоҡ эшен камиллаштырыуға мөмкинлек бар. Беҙҙә быға махсуслашҡан 79 ойошма бар, уларҙың 50-һе һөтсөлөктә эшләй һәм төбәккә кәрәкле үрсем материалының яртыһын тәьмин итә.    

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: