Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 14:15

Башҡортостан халҡы уҙған тәүлектә муттарға 8,5 миллион һум аҡса "бүләк" иткән...

Дыуан районында йәшәгән 39 йәшлек иргә "инвестиция компанияһы белгесе" шылтыратып, биржала миллиондарса һум аҡса эшләргә мөмкин, тип ҡыҙыҡтырған. "Брокер"ҙың алдағына ышанған ир 3 миллион 400 мең һумлыҡ бер нисә кредит алып, төрлө номерҙарға күсергән... Хәҙер ул тиклем аҡсаны банктарға нисек ҡайтарыр - билдәһеҙ...  

Башҡортостан халҡы уҙған тәүлектә муттарға 8,5 миллион һум аҡса "бүләк" иткән...
Башҡортостан халҡы уҙған тәүлектә муттарға 8,5 миллион һум аҡса "бүләк" иткән...

Өфөнән 63 йәшлек ҡатынды иһә ялған "банк хеҙмәткәре" алдап ҡурҡытҡан. Муттар минең исемгә кредит алып ҡуймаһын, тип ҡурҡҡан пенсионер 2,5 миллион һум кредит алып, аферист ҡатын әйткән иҫәпкә күсергән.

Зинһар, һаҡ булығыҙ! Ялған "Дәүләт хеҙмәттәре" исеменән дә төрлө хаттар ебәрәләр, һылтанмалар буйынса күсеп, банк картаһы мәғлүмәттәрен яҙып ебәрә күрмәгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: