Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2022, 11:08

Ауыл хакимиәтенең элекке башлығына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Былтыр апрелдә Учалы районында ҡот осҡос фажиғә булғайны: дүрт йәшлек баланы берәҙәк эттәр талаған...

Ауыл хакимиәтенең элекке башлығына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды
Ауыл хакимиәтенең элекке башлығына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Ошо хәл буйынса прокурор тикшереүҙәре үтте һәм Сәфәр ауылы хакимиәте башлығына ҡарата енәйәт эше асылды. Етәксе берәҙәк эттәр тураһында ауыл халҡынан мөрәжәғәт күп булһа ла, иғтибарға алмаған. Шул арҡала фажиғә булған да инде: былтыр апрелдә хужаһыҙ эттәр өйө янында велосипедта йөрөгән дүрт йәшлек малайға ташланған, алған йәрәхәттәрҙән бала үлгән.

Суд элекке башлыҡты шартлы рәүештә 1 йыл да 6 айға иректән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ уға 2,5 йыл дәүләт һәм муниципаль органдарҙа юғары вазифа биләү рөәхсәт ителмәй. 

Прокуратура иһә был язаның үтә йомшаҡлығын билдәләп, ҡаршы сыҡҡан.

"Башинформ" агентлығы яҙыуынса, БР буйынса Тәфтиш комитеты идаралығының матбуғат хеҙмәтенән былай тигәндәр:

"Следователем внесено представление об устранении обстоятельств, способствовавших совершенному преступлению, в адрес главы администрации Учалинского района с целью принятия дополнительных мер по регулированию и контролю за процедурой направления и приема заявок на отлов безнадзорных животных на подведомственной территории. Также информация о необходимости принятия соответствующих мер на региональном уровне направлена Главе Республики Башкортостан. Следственное управление полагает чрезмерно мягким назначенное наказание, в связи с чем принимаются меры к обжалованию вынесенного приговора".

Фото: СКР по РБ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: