Аҡ ҡар төшөр...
Аҡ ҡар төшөр. Ҡаплар инде ерҙе.
Бигерәк ауыр китә көҙҙәр ҙә.
Тартҡылаша. Уйға һала ғәмде.
Күҙҙәр бойоҡ. Уйсан йөҙҙәр ҙә.
Аҡ ҡар төшөр. Донъя балҡып китер.
Көҙҙәр туңыр табан аҫтында.
Ә был ғүмер тағы тартҡылаша
Үлем менән йәшәү сатында.
Аҡ ҡар төшөр. Һыҡтап күңел өшөр.
Кемдәр генә, кемдәр йыуатыр?
Торна сыңрауҙары һиҫкәндерер,
Юлдарына ҡарап күҙ талыр...
...ташта күбәләк туңған (нишләп унда ҡунған?)
Йылы яҙҙар уны уятыр.
Ҡыш бауыры оҙон. Әҙәм генә
Ниҙер табыр, ниҙер юғалтыр.
Мөнир ҠУНАФИН