Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 23:26

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивале яңы исемдәр асасаҡ

Йырҙың йыртығы юҡ тиһәләр ҙә, уның һүҙҙәрендә мәғәнә лә, моң да, шиғырҙың көй менән бәйләнешле булыуы ла бик мөһим. «Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестиваленең һайлап алыу барышында баһалама төркөмө ағзаларының күбеһе шундай уй-фекерен еткерҙе. Әйткәндәй, фестивалдең Гала-концерты  22 декабрҙә уҙасаҡ. Ул,  тәүге тапҡыр «Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивале булараҡ,  республика Башлығы гранты ярҙамында ойошторола. Фестиваль  һәләтле йәштәр араһынан яңы исемдәр асырға ярҙам итәсәк.

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивале яңы исемдәр асасаҡ
«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивале яңы исемдәр асасаҡ

Ойоштороусылар әйтеүенсә, фестивалдә ҡатнашырға  13 номинация буйынса 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Бөгөн 18 – 35 йәштәге «Йыл йырсыһы» (ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр), «Йыл йыры», «Йыл клибы», «Йыл асышы», «Йыл төркөмө», «Йыл дуэты», «Йыл тренды», «Йыл композиторы», «Йыл шағиры», «Йыл каверы», «Йыл ремейкы», «Йыл блогеры» номинацияларында ҡатнашыусылар араһынан  иң-иңдәре генә һайлап алынды. Уларҙың сығышын абруйлы баһалама төркөмө тыңланы. Был һайлап алынғандар фестивалдең финалында сығыш яһаясаҡ, номинация буйынса еңеүселәр тауыш биреү ярҙамында һайланасаҡ.

– Сығыштарға килгәндә, фекерҙәр төрлө. Әммә өлкәндәрҙең фекере булырға тейештер, тип уйлайым.  Юҡҡа ғына, халҡыбыҙҙа ла: «Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла», – тип әйтмәгәндәрҙер.  Эстрадаға килгәс, әлеге булған эстраданың кимәлен һаҡларға кәрәк. Был, әлбиттә, моңдоң, йырҙа һүҙҙәр булыуы, йырлау һәләте, артистлыҡ, аранжировкалау, йырлау менән аранжировканың тап килеүе – былар комплекста бөтәһе лә булырға тейеш. Йыр бер тына ла ҡабул итерлек тәмле икмәк һымаҡ булыуы мөһим, алаһың да, ҡабаһың да, кинәнес алырға тейешһең. Шуны аңлаһағыҙ, һәйбәт булыр ине. Беҙ тыңлаған йырҙарҙың күбеһендә тәжрибә етмәй, тәү сиратта, фекерҙең булмауы, тарҡаулыҡ ярылып ята. Шуның менән йырҙарҙы, үҙҙәрен бөтөрәләр, – тип үҙ фекерен белдерҙе радиожурналист, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева.

Һайлап алыу барышында бик күп фекерҙәр яңғыраны. «Бәйләнештә» селтәрендә тура эфирҙан ҡарап ултырған йәштәребеҙ уларға ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.

– Милли йәштәр фестивале булғас, милли үҙенсәлек юғалмаһын ине. Йырҙарыбыҙҙа иң беренсе булып мәғәнә һәм моң ята, ниндәй генә стилдә йырлаһалар ҙа, шул көйҙәрҙең моңо ҡалһын ине. Билдәле йырҙарҙы үҙеңсә алып йырлайһың икән, үҙеңдең әйтергә теләгән фекерең булырға тейеш, – ти танылған йырсы Венер Камалов.

Кемдәр Гала-концертта ҡатнашасаҡмы? Мәҫәлән, «Йыл төркөмө»ндә  – «Бишбармаҡ», «Шаңдау», «Хазина» төркөмдәре, «Йыл клибы»нда – Мәрйәм Хәлимова, Alisa, «Йыл тренды»нда – Ян Лира, Айгиз Ишмырҙин, «Йыл шағиры»нда – Марсель Мөхәмәтйәнов, Шәүрә Туйсина, Наҙгөл Ғәлиева, «Йыл блогеры»нда Салауат Зәйнетдинов, Шәһит Хамматов, Ильяс Батыргәрәев, Мисс Ильнара, Салауат Шәмсетдинов һайлап алынды. Ҡалған йыл йырсылары, композиторҙар менән концертҡа килгәс, таныша алаһығыҙ!

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: