Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь , 14:28

Салауат Юлаев батальоны ағзалары медицина тикшереүе үтә башланы

Ҡыйғы районы үҙәгендә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны ир-егеттәрен оҙатҡандар. Был турала район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙә яҙған. Әле буласаҡ һалдаттарҙы һаулыҡ буйынса комиссия тикшерә.

Салауат Юлаев батальоны ағзалары медицина тикшереүе үтә башланы
Салауат Юлаев батальоны ағзалары медицина тикшереүе үтә башланы

Батальон командиры Артур Йомағужин "Башинформ" агентлығына белдереүенсә, ирекмәндәр Росгвардия базаһында медкомиссия үтә. Кем хәрби хеҙмәткә яраҡлы, уларға обмундирование бирелә һәм әҙерлек урынына оҙатыла. Тик барыһының да һаулығы һәйбәт булмай шул. Критерийҙар юғары. Сөнки, әйтеүебеҙсә, батальон Росгвардия базаһында буласаҡ, ә унда һаулыҡҡа талап юғары.

Артур Йомағужин Ҡыйғы районы егеттәренән тыш, Салауат, Белорет, Учалы, Бөрйән, Сибай, Нефтекаманыҡылар ҙа килеп еткән.

Фото: vk.com (Зухра Гордиенко).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в