Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 11:40

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен йыл һайын 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы
Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын ҡотланы

Ул үҙенең сәхифәһендә полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

  • Полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға инеп сыҡтым.  Эҫелә лә, һыуыҡта ла, көндөҙ ҙә, төндә лә улар беҙҙең менән. Улар һайлаған һөнәрҙәренә тоғро, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө менән һеҙҙе! Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тип яҙҙы ул.
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: