Бөгөн, 10 ноябрҙә, төбәктә бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 3 градус һалҡындан 2 градусҡаса йылы, көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы буласаҡ.
Йома, 11 ноябрҙә, бер аҙ ямғыр яуа, көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы, көндөҙ 1-6 градус йылы.
Фото: Т. Аманов