Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 15:20

Иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн

БР Хөкүмәтендә Премьер - министр Андрей Назаров ултырыш үткәрҙе. Унда  иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам итеү менән бәйле федераль яңылыҡтар ҡаралды .  

Иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн
Иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн

БР Хөкүмәтендә Премьер - министр Андрей Назаров ултырыш үткәрҙе. Унда  иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам итеү менән бәйле федераль яңылыҡтар ҡаралды .

 Эске баҙарҙы яҡлау маҡсатында тауарҙарҙың айырым категорияларын сығарыу ваҡытлыса тыйыу оҙайтылды. Был, тәү сиратта, юғары технологиялы өлкәгә ҡағыла. Сикләү медицина ҡорамалдарына, турбиналарға һәм продукцияның башҡа төрҙәренә, шул иҫәптән ҡайһы бер урман материалдарына ла ҡағыла. Бөтәһе 1,6 меңдән ашыу әйбер. Уларҙы сит илдәргә сығарыу тыйыла. Был Евразия иҡтисади союзына ингән дәүләттәргә ҡағылмай.

«Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан республиканың экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙе планлаштырғанда ошо сикләүҙәрҙе иҫәпкә алыуҙарын һорайым. Уҙған аҙнала оҙайлы сроклы планлаштырыуҙың төп документтарының береһе - 2030 йылға тиклем Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. 10 йылда торлаҡты сафҡа индереүҙең дөйөм күләмен 1 миллиард квадрат метрға тиклем еткереү бурысы ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта, хәүефһеҙлеккә һәм сифатҡа талаптарҙы кәметмәйенсә, проекттарҙы тормошҡа ашырыу сроктары ярайһы уҡ ҡыҫҡартылырға тейеш. Льготалы ипотеканы үҫтереүгә айырым иғтибар биреләсәк», – тине Андрей Назаров. Иң элек, улар балалы ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелергә тейеш. Шәхси йорттар төҙөүгә бирелгән кредиттар киң таралыу аласаҡ. Уларҙың һанын 2030 йылға тиклем 500 меңгә тиклем арттырыу күҙаллана. Дөйөм алғанда, был Рәсәйҙәге ғаиләләрҙең 60 процентына  ипотека алырға мөмкинлек бирә. Стратегияла тағы ла бер мөһим йүнәлеш - байтаҡ административ процедураларҙы «һанлаштырыу»ға күсереү.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: