Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 16:14

“Әгәр һөҙөмтә юҡ икән, ябырға кәрәк”

Депутат футбол клубтарына ҡарата фекерен белдергән.

“Әгәр һөҙөмтә юҡ икән, ябырға кәрәк”
“Әгәр һөҙөмтә юҡ икән, ябырға кәрәк”

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, парлы фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднина Рәсәйҙең футбол клубтарын тәнҡитләгән.

“Legalbet” букмекер мәғлүмәт сығанағы яҙыуынса, депутат былай тигән, имеш:

“Әгәр ҙә бизнес уңышһыҙ икән, ул саҡта уны йә ябырға йә реконструкцияларға, үҙгәртеп ҡорорға. Рәсәй футбол клубтарын ябырғамы? Улар килем килтерә белмәй, киреһенсә, аҡсаны тотонһалар ғына, ниңә япмаҫҡа? Футбол клубы – ул бизнес. Әгәр ҙә 30 йылда табыш алырға өйрәнмәгәндәр икән, нимәнелер үҙгәртергә кәрәк: йә етәкселекте алмаштырырға йә банкрот итергә, бәлки, тағы ла нимәлер эшләтергә“.

Ысынлап та шулай тигәнмелер, юҡмылыр, видеояҙманы табып булманы.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: