Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 14:52

“Еңеү менән көтөгөҙ!”

Азат Бадранов һаубуллаша. 

“Еңеү менән көтөгөҙ!”
“Еңеү менән көтөгөҙ!”

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов бөгөн СВО-ға китә.

Социаль селтәрҙә ул бына нимәләр яҙған:

"Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн сәғәт көндөҙгө 4-тән һуң минең телефоным һәм уға бәйле мессенджерҙар эшләүҙән туҡтаясаҡ. Уларҙы һүндереп, Өфөлә ҡалдырам. Бәйләнеш оҙаҡ булмаясаҡ. Минең өсөн борсолоусыларға шуны әйтәм: әгәр ҙә бер ниндәй ҙә яңылыҡ булмаһа, тимәк, барыһы ла яҡшы.

Һәммәһе өсөн дә рәхмәт. Иң тәүҙә дуҫтарыма, хеҙмәттәштәремә бергә үткән хеҙмәт йылдарында булышлыҡ өсөн рәхмәт", - тип яҙған Азат Шамил улы. Ул хатта төймәле телефон да алмаясағын белдергән.

Һәм ул Радий Хәбиров менән эшләгән йылдарға ла йомғаҡ яһаған. Күп нәмә эшләнеүен, БР Башлығы командаһының ынтылышын күреүен әйткән.

"Радий Хәбировтың командаһы республиканың сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләйәсәгенә ышанам. Һуңғы йылдарҙа республика ил менән бергә төрлө янауға ҡаршы торҙо - тәүҙә пандемия, хәҙер СВО һәм башҡалар. Ошо ауыр осорҙа республика менән көслө кеше етәкселек итеүенә шатмын...

Рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы! Ышаныс күрһәтеүегеҙгә. Илдең иң шәп идара итеү командаһында эшләү мөмкинлеге биреүегеҙ өсөн. Минең ҡараымды аңлағанығыҙ һәм ҡабул иткәнегеҙ өсөн.

Еңеү менән көтөгөҙ!" - Азат Бадранов "Бәйләнештә" шулай тип яҙған.

Азат Шамил улы, иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Фото: Азат Бадранов (vk.com)

“Еңеү менән көтөгөҙ!”
“Еңеү менән көтөгөҙ!”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: