Эске баҙарҙы яҡлау маҡсатында тауарҙарҙың айырым категорияларын сығарыуҙы ваҡытлыса тыйыу оҙайтылды. Был, тәү сиратта, юғары технологиялы өлкәгә ҡағыла. Сикләү медицина ҡорамалдарына, турбиналарға һәм продукцияның башҡа төрҙәренә, шул иҫәптән ҡайһы бер урман материалдарына ла ҡағыла. Бөтәһе 1,6 меңдән ашыу тауар. Уларҙы сит илдәргә сығарыу тыйыла. Был Евразия иҡтисади союзына ингән дәүләттәргә ҡағылмай.
Уҙған аҙнала оҙайлы сроклы планлаштырыуҙың төп документтарының береһе - 2030 йылға тиклем Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. 10 йылда торлаҡты сафҡа индереүҙең дөйөм күләмен 1 миллиард квадрат метрға тиклем еткереү бурысы ҡуйыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә килгәндә, бында төп баҫым халыҡтың сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителеүенең 99,1 процентына яһала, етмәһә, үҙәкләштерелгән сығанаҡтарҙан. Быға яңы һыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөү иҫәбенә генә өлгәшергә мөмкин, күпселек йәһәттән – ауыл ерендә.
Фото: Т. АМАНОВ.