Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 21:00

Һағышлы йыр

  (Артур Хәсәновҡа)   Моңдарыңда тәрән һағыш, Ул - йәмғиәт көҙгөһө. Кейек ҡаҙҙарҙың артынан Юлландығыҙ көҙгөһөн.   Тыуған илем ҡоштар менән Оҙатты үҙ улдарын. Һағышлы моңдар яралтты, Сиртеп күңел ҡылдарын.   Тәрән һағыштарға сумдыҡ, Үҙебеҙ үтә тыйнаҡ. Һауала ҡаҙҙар ауазы Яңғырай: "Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ!.."   Һалдаттарҙың моң-һағышын Йотлоғоп тыңлай йыһан. Кейек ҡаҙҙар юлын күрәм, Әгәр күҙемде йомһам.   Моңдарыңда тере һағыш, Күпме яҙмыштар уртаҡ. Һине тыңлап, утлы ғазап Алғандай булам уртлап.   Һағыштары менән дә бит Тормош барыбер матур. Йөрәк моңдарың өсөн Мең рәхмәт һиңә, Артур!   Ринат Сөләймәнов  

Һағышлы йыр
Һағышлы йыр

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: