Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 09:17

"Аҡыллы транспорт" системаһы индерелә

Баш ҡалабыҙ Өфөлә заманса светофорҙар ҡуйыла башланы. Улар юлдағы хәрәкәт тығыҙлығына ҡарап янасаҡ.

"Аҡыллы транспорт" системаһы индерелә
"Аҡыллы транспорт" системаһы индерелә
 
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ҡуйыласаҡ светофорҙар бик уңайлы буласаҡ. Баш ҡалала юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге лә барлыҡҡа килә. Ул Октябрь проспектының 147-се йортонда урынлашасаҡ. Яһалма интеллект һәм  нейроселтәр ярҙамында махсус системалар индерелә. Бөтә кәрәкле мәғлүмәт видеостенала күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, Өфөлә быйыл барлығы 50 урында "аҡыллы" светофор ҡуйыла.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: