Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2022, 17:00

2023 йылда Рәсәй халҡы 120 көндән ашыу ял итәсәк

 Яңы йыл байрамы осоронда ял 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ байрам алдынан 30 декабрҙә күптәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә.

2023 йылда Рәсәй халҡы  120 көндән ашыу ял итәсәк
2023 йылда Рәсәй халҡы 120 көндән ашыу ял итәсәк

2023 йылда Ватанды һаҡлаусылар көнө кесе йомаға тура килә. Шулай итеп, был байрам 23-өнән 26 февралгә тиклем һуҙыласаҡ.

Ә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө аҙна уртаһына тура килгәс, бер генә көн ял итәсәкбеҙ. Май башында 29 апрелдән 1 майға тиклем ял көнө көтә. Ә Еңеү байрамында ялдар 6 майҙан 9 майға дауам итәсәк.
12 июндә Рәсәй һәм ҡала көндәрен байрам итеү менән бәйле шәмбенән дүшәмбегә тиклем – 10-ынан 12-һенә тиклем өс ял көнө була.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнөндә, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ла  өҫтәмә ял көндәре көтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: