Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 07:00

«Йыр кәрәк туған халҡыма»

һәр йәкшәмбелә  эфирға сыҡҡан «Йәшәү йәме» тапшырыуында  халҡыбыҙға  ихлас  хеҙмәт иткән төрлө һөнәр эйәләренең тормошо яҡтыртыла. 


Зәйтүнә Ғәзизова Урал аръяғындағы ҡырҙар киңлеген, Ғилмияза-Зөл­хи­зәләр моңон бәләкәйҙән күңеленә һеңдергән. Шуға 85 йәштә лә уның тыны иркен, күкрәгенән сыҡҡан моң даръяһы һис тә һайыҡмай. Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған артисы, меццо-сопрано тауышлы опера йырсыһының күңеле йәш, йөҙөнән иман нуры бөркөлә. Уның менән аралашҡас, эх, олоғайғас, беҙ ҙә шулай матур, ғорур  булмышлы булып ҡала алһаҡ ине, тип уйлайһың.... Бының өсөн намыҫ-выждан ҡушҡанса йәшәү кәрәк, ти Хәйбулла районы ҡыҙы Зәйтүнә  Ғәзи­зова. Ләйсән ямғыр үткәс, сал даланы нурлаған йәйғор кеүек матур уның күңеле: «Бала саҡта беҙҙең Айыулы ауылында техника юҡ ине. Йәйен ямғырҙан һуң бәпкә үләне ерҙә ҡо­тороп үҫә. Ә күктә йәйғор ҡалҡа... Шул мәлдә еүеш йомшаҡ  үләнгә яланаяҡ баҫам да кинәнеп моң түгәм. Беҙҙең өйҙә гел музыка булды. Темәс педу­чилищеһында уҡыған бер апайым – мандолинала, ә өлкән ағайым скрипкала уйнаны. Шуларға ҡушылып та йырлайым. Әсәйем, ҡолаҡты ярып алып бара Зәйтүнәмдең тауышы, тиер ине...»
Зәйтүнә Сабир ҡыҙының белем баҫҡыстары шулай: Өфөләге интернат-мәктәп – музыка училищеһы, унан Урал консерваторияһы. Зәйтүнә Екате­рин­бургҡа (Свердловск) киткәс, балет бейеүсеһе Әсхәт,  һөйгәнемде юғалтып ҡуймайым, тип уның артынан килә. Студент туйы үтә. Шул йылдарҙа ғаи­ләлә Марат исемле малай тыуа. 
Уҡып бөткәс,   Зәйтүнә Ғәзизова, йыр, йыр кәрәк туған халҡыма, тип Өфөгә ҡайтып төшә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уның икенсе һулышы асыла. З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Х. Әхмәтов кеүек композитор­ҙа­рыбыҙҙың әҫәр­ҙәрен­дәге төп партияларҙы башҡара. 
Зәйтүнә апай милли ҡаҙанда ғына ҡайнамай. Уға Петр Чайковскийҙың «Евгений Онегин», «Пиковая дама»,    Джузеппе Вердиҙың «Дон Кар­лос»ындағы ҡатмарлы партияларҙы ышанып тапшыралар.
Эштә, юл йөрөгәндә таланттан көн­ләшкәндәр ҙә осрай, әммә 85 йәшлек ағинәйҙең бер кемгә лә үпкәһе юҡ, күңеле бөтөн. «Миңә илһам би­реү­селәр – улыҡайым һәм ейән­дәрем. Ғаилә дуҫтарыбыҙ осраған һайын: «Зәйтүнә, бер ул – берәгәй ул үҫ­тергәнһең», – тиҙәр. Тап шулай.  Маратым Төркиәлә уҡыны. Халыҡ-ара техник вуздан һуң инглиз телендә диссертация яҙып яҡланы. Шул хеҙ­мәтен миңә бағышланы. Әсәй булараҡ, сикһеҙ ғорурланам. Тырыш ейәндәрем бар, шөкөр. Киленем дә шәп, иҡ­тисадсы булғанғамы, тормошто һәр яҡтан бына тигән итеп алып бара», – тип ҡыуана ул. Зәйтүнә Сабир ҡы­ҙының йәшәү йәме – тап ошо ҡим­мәттәр. Уның эсе тулы моң һәм иман байлығы. Сәнғәтебеҙ сәскәһе булған Зәйтүнә Ғәзизованың ғүмер тажы оҙаҡ  балҡыһын!
«Йәшлек» гәзите уҡыусылары «Йәшәү йәме» тапшырыуын «Юлдаш» радиоһында һәм https://bash.news/yuldash сайтында тыңлай ала.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА. 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: