+18 °С
Болотло
Киске сәғәт һигеҙенселә Баймаҡ районының Темәс ауылы янында 43 йәшлек ҡатын идара иткән "Лада Ларгус" менән 31 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2110" машиналары бәрелешкән (фаразланыуынса, ҡатын һулға боролғанда ҡаршы килгән "ВАЗ"ға юл бирмәгән). Аварияла ҡатын менән уның ике бәлиғ булмаған балаһы йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "ВАЗ"дың водителе менән уның 44 йәшлек пассажирына ла табиптар ярҙамы талап ителгән.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, өлкәндәрҙең өсөһө лә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән, ә балалар махсус креслоларҙа ултырған булған, был ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам иткән.
Фото: БР ЮХХДИ.