Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 21:00

Улым!

Ҡара ергә ап - аҡ ҡарҙар ятты, Яҡтырып та китте тирә - яҡ. Ут эсенә алып керҙеләрме, Һинән генә сәләм - хаттар юҡ. Ер һыуығы өшөтәлер инде, Көндәр һалҡын, ҡыш та яҡынлай. Иҫән генә, балам, йөрөйһөңмө, Йөрәк әрнеүҙәре баҫылмай. Илде һаҡлау - ир бурысы, улым, Ир иңенә төшкән ҙур һынау. Ғәзиз ғүмерҙәрҙе өҙә һуғыш, Ныҡ бул, балам, бер үк һин һынма. Ҡыш һалҡыны үтер, яҙҙар етер, Ҡоштар ҡайтыр йылы яҡтарҙан. Ҡоштар кеүек һеҙ ҙә ҡайтырһығыҙ Еңеү менән тыуған яҡтарға.   Рәмзиә Монасипова

Улым!
Улым!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: