Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 09:45

Улар ҙа ветеран буласаҡ

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында "Ветерандар тураһында"ғы законға үҙгәрештәрҙе ҡабул иттеләр.

Улар ҙа ветеран буласаҡ
Улар ҙа ветеран буласаҡ

Депутаттар тәүге уҡыуҙа СВО-ла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына тиңләү тураһындағы закон проектын ҡабул итте. Документта махсус хәрби операцияға ирекле рәүештә ҡушылыусыларға ла ветеран статусы биреү тураһында яҙылған. Был башланғысты Дәүләт думаһы Рәйесе Вячеслав Володин, бөтә фракция депутаттары, Федерация Советы етәксеһе Валентина Матвиенко әҙерләгән.

«Был - ғәҙел ҡарар. Ирекле рәүештә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, РФ хәрбиҙәре кеүек, законға ярашлы льготалар һәм социаль ярҙам менән файҙалана аласаҡ, — тип белдерҙе Вячеслав Володин. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: