Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 11:30

Тапҡан бит башына бәлә...

Бүздәк районында 46 йәшлек ир үҙенең 62 йәшлек һөйәркәһен туҡмап, йортон яндырып, иномаркаһын алып ҡасҡан.

Тапҡан бит башына бәлә...
Тапҡан бит башына бәлә...

Яңы Килем ауылында булған был хәл. Ир менән ҡатын бергә ултырып эскәндә көнсөллөк арҡаһында ирешеп киткәндәр. Шулай уҡ ҡатын иргә, минең елкәмдә ултыраһың, бер ҡайҙа ла эшләмәйһең, тип тә дәғүә белдергән. Был һүҙҙәрҙән һуң ир уғата ҡотороп киткән. Ҡатын ҡасып, өйҙә йәшеренгән, ләкин ир тәҙрә аша инеп, бысаҡ менән янап, ҡатынға ташланған. Ҡатын ҡасырға маташҡас, уны туҡмап ташлаған. Пенсионер ҡатын шулай ҙа нисектер ҡасып, күршеләренә инеп йәшеренә алған. Асыуын кемгә, нимәгә төшөрөргә белмәгән ир ҡыҙған йылытҡыстарҙы иҙәнгә ауҙарып, сымдарҙы өҙөп, йортҡа ут тоҡандырған да, машинаның асҡысын алып, сығып олаҡҡан. Ҡатын өйөнә кире ҡайтҡанда ут бөтә йортто ялмап алған була.

Ирҙе тотҡандар. Ул бөтә ғәйепте араҡыға һәм үҙенең тотанаҡһыҙ булыуына ауҙара. Әйткәндәй, был ир алдан уғрылыҡ буйынса хөкөм ителгән булған - ошо уҡ ҡатынды талаған. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Тапҡан бит башына бәлә...
Тапҡан бит башына бәлә...
Тапҡан бит башына бәлә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: