Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 18:22

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «аҡыллы» спорт майҙансығы асылды

Ни өсөн «аҡыллы»мы? Баҡһаң, ул Wi-Fi локаль селтәре һәм махсус QR-кодтар менән йыһазландырылған икән. Смартфон камераһын QR-кодҡа ҡуйҙыңмы, аңлатыу дәрестәренә күсәһең. Шәп, шулай бит!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «аҡыллы» спорт майҙансығы асылды
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «аҡыллы» спорт майҙансығы асылды

Был спорт майҙансығы 33-сө мәктәптең биләмәһендә урынлашҡан. Ул футбол, баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнеү өсөн зоналар, йүгереү юлы, теннис өҫтәле, тренажёрҙар һәм йөҙ урынлыҡ көйәрмәндәр өсөн урындарҙы ла үҙ эсенә ала.

Уны асыу тантанаһында телекүпер аша Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, министрҙар, «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты.  «Аҡыллы» спорт майҙансығын асыу тантанаһында республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры, бадминтон буйынса Европа чемпионы Алина Дәүләтова ла булды. Улар биҫтә халҡын, 33-сө мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн сифатлы спорт ҡоролмалары булыуы менән ҡотланы.

 

Сергей КРАМСКОЙ фотоһы.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: