Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 17:00

Һәр ваҡыт аҡсаң булһын, тиһәң....

Аҡсаның күпме булыуы һәр кемдең үҙенә бәйле. Һәр ваҡыт аҡсаң булһын, тиһәң, шөкөр итеп, зарланмай йәшәгеҙ.

Һәр ваҡыт аҡсаң булһын, тиһәң....
Һәр ваҡыт аҡсаң булһын, тиһәң....

Түбәндәге кәңәштәрҙе лә хәтерегеҙҙән сығармағыҙ:

Аҡсаң һәр ваҡыт булһын, тиһәң, аҡсаны яратырға өйрәнегеҙ, аҡсаға бәйле уйҙарығыҙ ҙа матур булһын. Юғиһә, ҡайһы берҙәребеҙ: «Аҡса – яуызлыҡ», – тип әйтергә ярата, аҡса юҡлыҡҡа зарланып, үҙҙәренән аҡсаны ситкә этәрә.

Аҡсаны йыйырға ла өйрәнегеҙ. Тик уны «ҡара көн»гә тип йыймағыҙ. Шулай уйлаһағыҙ, был көндөң килеп етеүе лә бар.

Аҡса иҫәп ярата, тиҙәр. Уны теләһә ниндәй кәрәкмәгән әйбергә әрәм-шәрәм итмәгеҙ, аҡса һаҡлыҡ менән тотҡанды ярата. Һәр бер тинде һанап, ҡалтырап торорға ла ярамай, аҡса ағымы юлы ябылыуы бар, алтын урталыҡта булығыҙ.

Аҡсаң булыу менән ысын күңелдән мохтаж кешеләргә лә ярҙам итергә лә онотмағыҙ.  

Аҡсаң етмәһә лә бер ваҡытта зарланмағыҙ. Өҫтәмә аҡса табыу юлдарын эҙләгеҙ.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: