Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 16:40

Полиция генералы ҡулынан - миҙал

Рәсәй Эске эштәр министрлығының төп клиник госпиталендә ведомство министры, полиция генералы Владимир Колокольцев эш комантировкаһы мәлендә Херсон өлкәһендә яраланғандан һуң дауаланған хеҙмәткәрҙәр менән күреште. Улар араһында Башҡортостандағы иң тәжрибәле кинолог, полиция майоры Иван Макаров та булды.

Полиция генералы ҡулынан - миҙал
Полиция генералы ҡулынан - миҙал

Ул эске эштәр органдарында 20 йыл тирәһе эшләп, уның 11 йылында кинологтар хеҙмәта үҙәге бүлеген етәкләй. Майор октябрь башында Херсонда ПВД-ла яраланған, тиҙҙән уға операция яһаясаҡтар.

Владимир Колокольцев дауаланыу үткән хеҙмәткәрҙәрҙе етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлап, "Айырым шарттарҙа хеҙмәт иткәндә ҡаҙаныштары өсөн" ведомство миҙалдарын тапшырып үтте.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: