Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 18:37

Модалы кейем уңайлы ла булырға тейеш!

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумының иң сағыу мәлдәренең береһе  мода күрһәтеү булғандыр.   

Модалы кейем уңайлы ла булырға тейеш!
Модалы кейем уңайлы ла булырға тейеш!

 

Кемдәр теккән улар өсөн кейемдәрҙе? Ниндәй кейемдәр һуң улар? Кемдәр мода күрһәтә? Тәүҙә ошондайыраҡ һорауҙар ҡыҙыҡһындырһа, һуңынан иһә мода күрһәтеүсе инвалид коляскаһындағы  һылыу ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең  ихласлығы, ҙур теләк менән был сарала ҡатнашыуы  иғтибарҙы йәлеп итте.

Ә улар өсөн уңайлы кейемдәрҙе Өфө, Мәскәү дизайнерҙары һәм модельерҙары һайлаған икән.   

    — Иң мөһиме – кейем уңайлы булһын. Һәр кемгә, шул иҫәптән инвалид кешегә лә үҙен иркен һәм ышаныслы тоторға ярҙам итһен. Кеше араһында үҙен кәм итеп түгел, ә тиң итеп тойһон. Беҙ ысынлап кәртәләрҙе емерәбеҙ, – тип һөйләй Алиса Шувалова, Мәскәүҙән “Ортомода” компанияһының үҫеш буйынса директоры, адаптив кейем йүнәлеше  етәксеһе. – Ҡыҙҙар мода күрһәтеүҙә бик яратып ҡатнаша. Шулай уҡ мода күрһәткән мәлде   фотоға һәи видеоға төшөрәбеҙ, һуңынан үҙҙәренә бирәбеҙ. Был да уларға бик оҡшай.

Алиса Шувалова был юлы  сарала ҡатнашыусыларға үҙенең “Ҡалала көҙ” тип аталған коллекцияһын тәҡдим итте.

Өфөнән дизайнер-конструктор Гүзәл Иҫәнбаеваның моделдәре лә матурлығы менән генә түгел, уңайлылығы менән дә айырыла ине.

Мода күрһәтеү “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсының  еңеүселәренең сығыштары менән аралашып барҙы. 

Фото:Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: