Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 09:17

Мәсетлелә спорт объекттары асылды

Мәсетле районы үҙәгендә "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты буйынса ГТО тапшырыу майҙаны асылды.

Мәсетлелә спорт объекттары асылды
Мәсетлелә спорт объекттары асылды

"Атлант" спорт комплексы базаһында ГТО нормативтары тапшырыуға ҡулайлаштырылған 26 тренажер ҡуйылған. Объектты асыу тантаналы рәүештә үтте, унда күп ҡунаҡ саҡырылғайны. Һуңғы ваҡытта спортҡа ылығыусылар, сәләмәт тормош алып барыусылар һаны арта.

Икенсе яңы объект та халыҡты ҡыуандырҙы. Ул - төҙөкләндерелгән "Комета-спорт" паркы. Парк "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса яңыртылған.

"Мечетлинская жизнь" гәзитенән.

Фото: Л.Абзанова.

Мәсетлелә спорт объекттары асылды
Мәсетлелә спорт объекттары асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: