Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 09:15

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 9 ноябрҙә, республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Боҙлауыҡ булыуы көтөлә, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 1-6 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы.

Кесе йома, 10 ноябрҙә, ҡар ҡатыш ямғыр һаҡланасаҡ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-5 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡаса йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: