Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 17:24

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды

  “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форумы  бөгөн дә эшен дауам итте. Көндөң тәүге яртыһында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү, уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, ялын ойоштороу мәсьәләләренә арналған эшлекле һөйләшеүҙәр үтте.

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды

 

“Инвалидтарҙы уҡытыу. Эшкә урынлаштырыу һәм эш биреүселәр” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү ҙә бик фәһемле булды.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге кешегә тулы ҡанлы тормош алып барыу өсөн төп шарттарҙың береһе булып тора. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә эш урыны булыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ул үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра ала, кеше көнлө булып йәшәмәй, йәмғиәттә үҙен  кәрәкле кеше итеп тоя.

 “Бөгөнгө һөйләшеүҙә инвалидтарҙы уҡытыу, уларға һөнәри белем алыуға ярҙам итеү һәм  эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенә арналған  бик етди тема  күтәрелә.  Ул, ысынлап та, беҙҙең өсөн һәм беҙҙең республика өсөн саҡырыу булып тора. Мин һеҙгә ике генә миҫал килтереп үтәм. Бөгөнгө көндө республикала 93 меңгә яҡын эшкә яраҡлы йәштәге инвалид иҫәпләнә, шуның 22 проценттан әҙерәге, яҡынса 21 мең кеше генә эшкә урынлаштырылған. Һәм бөгөн беҙ һөйләшеү өсөн генә түгел, ә ниндәйҙер аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү, механизмдар уйлап табыу өсөн осрашыуға йыйылғанбыҙ”, – тине БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының  беренсе урынбаҫары Юрий  Мельников.  

Фото:Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: