Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 15:50

Хуш, ветеран!..

“1945 йыл алыҫайған һайын, беҙҙең арала ла Еңеү һалдаттары һирәгәйә бара...”

Хуш, ветеран!..
Хуш, ветеран!..

Шулай тип башлаған яҙмаһын Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.

Ул социаль селтәрҙә яҙыуынса, Үрге Тәтешлелә Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы ветераны, 97 йәшлек Нәсимйән Исламов вафат булған.

1942 йылдың авгусында һуғышҡа алынған Нәсимйән Ислам улы Еңеү майына тиклем фронтта була.

1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән наградланған яугир һуғыштан һуң Тәтешле элемтә үҙәгендә эшләгән. Ҡатыны менән өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән.

“1945 йыл алыҫайған һайын, беҙҙең арала ла Еңеү һалдаттары һирәгәйә бара. Рухи яҡтан ныҡ булғаны, тормошто яратҡаны өсөн Нәсимйән Ислам улы оҙон ғүмер йәшәне. Бөтә Тәтешле халҡы исеменән туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Уға барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт. Мәңге онотмаҫбыҙ”, – тип яҙған хакимиәт башлығы.

Фото: Фанур Шайхисламов/vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: