Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 21:12

Гүзәлдең бала саҡ хыялы — бөгөн яратҡан шөғөлө

“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумында төрлө яҙмышлы кешеләр менән танышырға мөмкин ине. Шуларҙың береһе – Молдавияла тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта  Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Иҫәнбаева.

Гүзәлдең бала саҡ хыялы — бөгөн яратҡан шөғөлө
Гүзәлдең бала саҡ хыялы — бөгөн яратҡан шөғөлө

 

Гүзәл – һөнәре буйынса инженер-конструктор.  “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумында уның яңы коллекцияһын күрһәттеләр. Тиренән тегелгән көҙгө кейемдәрҙең моделенең авторы ғына түгел, тегеүсеһе лә үҙе.  Бындай сарала тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай ул.

      — Беренсе тапҡыр Өфөлә “Евразия – Өфө” инклюзив мода күрһәтеүҙә ҡатнашҡайным.  Унан ике тапҡыр Силәбелә “Ситса балы”нда сығыш яһарға тура килде. Бында  инвалид коляскалағы ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр моделе әҙерләгәйнем. Шулай уҡ Һарытауҙа Иннвацион технологиялар форумында Инвалидтар ойошмаһы исеменән үҙемдең кейем моделдәре менән сығыш яһаным, – тип һөйләй Гүзәл.

Гүзәл өс кенә йәшендә йәрәхәтләнеп, аяҡтан яҙа.  Шуға ҡарамаҫтан,  юғалып ҡалмаған, бөгөн ул тормошта үҙен тапҡан, киләсәккә ышаныс менән ҡараған, үҙаллы йәшәп һәм  эшләп йөрөгән ҡыҙ. Бер түгел ике дипломға эйә: юғары уҡыу йортонда белем алған һәм урта профессиональ белем биреү йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Һәр яҡлап үҙен үҫтерергә, камиллашырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырыша.

     — Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай, һәр нәмәне эшләп ҡарарға кәрәк. Беренсе тапҡыр килеп  сыҡмаһа, икенсе-өсөнсө тапҡыр мотлаҡ килеп сығасаҡ, – ти ул тормошҡа ҙур ышаныс менән ҡарап.

Моделдәр уйлап сығарыу, уларҙың подиумдарҙа күрһәтеү Гүзәлдең бала саҡ хыялы була. Бөгөн иһә быны ул “яратҡан шөғөлө” тип атай. Әммә киләсәктә уның яратҡан шөғөл генә булып ҡалмаҫына ла ышана. Хыялдарың гел шулай тормошҡа ашһын, ышаныстарың аҡланһын, Гүзәл!

Фото:Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: